Ежедневная информация о состоянии проезда по автомобильным дорогам регионального и межмуниципального значения

В каждом километре - история

+7 (347) 262-55-55
 

Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлында эштәр яҡын арала ҡайтанан тергеҙелә

24.01.2020 Новости отрасли

Был турала Башҡортостан башлығы Төркиәнең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мәхмәт Самасар менән осрашыу барышында белдерҙе.
Күләмле төҙөлөшкә рәсми старт март айында бирелер тип күҙаллана. Унда федераль етәкселәрҙең ҡатнашыуы ла көтөлә. Радий Хәбиров тантанаға Төркиә илсеһен дә саҡырҙы. Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлы М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ. Уның дөйөм хаҡы 33 миллиард ярым һум кимәлендә баһалана. Төҙөлөшкә Төркиә подрядсыһы йәлеп ителгән. Инфраструктура проекты ике ил араһындағы хеҙмәттәшлеккә яҡшы миҫал.
Осрашыуҙа уны артабан үҫтереү юлдары ла барланды. Төркиә илсеһе фекеренсә, һуңғы йылдарҙа мөнәсәбәттәр шаҡтай яҡшыра бара. Ике дәүләт араһында тауар әйләнешен 100 миллиард доллар күләменә еткереү бурысы ҡуйылған. Был йәһәттән Башҡортостан менән дә төрлө йүнәлештә хеҙмәттәшлек юлдары барлана.
Мәхмәт Самсар, Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе: “Рәсәй менән Төркиә Президенттары тауар әйләнешен ике аралағы 100 миллиард долларға еткереү маҡсатын ҡуя. Ошо бурыстан сығып Башҡортостан менән дә төрлө йүнәлешле хеҙмәттәшлекте киңәйтергә кәрәк. Мөнәсәбәттәрҙә иҡтисад секторҙарын төрлөләндереү, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте арттырыу талап ителә. Шуға ла Башҡортостандан Төркиәгә, Төркиәнән Башҡортостанға рәсми делегациялар сәфәрҙәрен ойоштороу мөһим. Хеҙмәттәшлек мөмкинлегебеҙ юғары”.




Возврат к списку