Бөгөн Өфө тоннелен төҙөү тергеҙелде
28.01.2020
Күләмле төҙөлөшкә Радий Хәбиров старт бирҙе. Проект үҙ эсенә тоннелдән тыш 14 километрға яҡын оҙонлоҡтағы автомобиль юлын, Өфө йылғаһы аша күпер һалыуҙы ала. Объектты 2023 йылға сафҡа индереү ҡаралған, төҙөлөшкә 40 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. 1993 йылда уҡ нигеҙ һалынған Өфө тоннеле проблемалы обьекттарҙың береһе, әммә хәҙер уның осонда яҡтылыҡ күренде тип әйтергә була.
