Башҡортостан юлдарында заманса технологиялар ҡулланыла
22.01.2020
Үткән йылда республикала 9 мең километрға яҡын юл һыҙаты билдәләнгән. Уның 2 мең ярым самаһы термопластик менән һыҙылған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.
