Ежедневная информация о состоянии проезда по автомобильным дорогам регионального и межмуниципального значения

В каждом километре - история

+7 (347) 262-55-55
 

Көйөргәҙелә кеүек ҡар республикала бер ҡайҙа ла юҡ!

16.03.2020 СМИ о нас

     Үткән аҙналағы бурандар Күмертау-Таймаҫ юлы ситтәренә ике әҙәм бейеклеге көрт һалған. Был юл республика әһәмиәтендә булып тора, уны тәртиптә тотоу ҙа бик мөһим. "Башкиравтодор"ҙың Көйөргәҙе юл-ремонт һәм төҙөлөш идаралығының ҡеүәтле техникаһы юлды киңәйтеп, таҙартҡанын ҡараныҡ.

Тәүҙә К-701 тракторы алдындағы көрәк менән көрттәрҙе емерә. "Касимсот" тиҙлек йыйып ҡарға һөжүм итә һәм көрттө этеп алып китә. Унан һуң роторлы ҡар таҙартҡыслы "Урал" машинаһы эшкә егелә.

Был техниканы айырым тасуирлау кәрәк. "Ротор"ҙың ике моторы бар - береһе кузовта урынлашҡан, ә икенсеһе үҙенең штаттағы урынында, алда капот аҫтында. Арттағы двигателдән көс моменты карданлы вал аша алға килә һәм винт кеүек роторҙарҙы хәрәкәткә килтерә. Улар, үҙ сиратта, ҡарҙы "ашай", махсус таратҡыс вентилятор ҡар-боҙҙо ситкә осора. Гидравлик ҡулайлама роторҙы күтәрә-төшөрә һәм бора ала.

Бына ошондай ғәҙәти булмаған техника Таймаҫ юлын тәртипкә килтерә. Шулай итеп хәүефһеҙлек тәьмин ителә - һыҙаттар киңәйә, водителдәргә боролорға, туҡтарға урын күберәк ҡала, ҡаршы транспорт менән аймылышҡанда ҡурҡмаҫҡа мө


Возврат к списку