Ежедневная информация о состоянии проезда по автомобильным дорогам регионального и межмуниципального значения

В каждом километре - история

+7 (347) 262-55-55
 

Хөрмәтле хеҙмәттәштәр! Һеҙҙе исламдағы иң оло байрамдарҙың береһе — Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

13.05.2021

Ураҙа байрамы исламдың күп быуатлыҡ мәҙәниәтендәге йолаларҙы, мосолмандың иң яҡшы сифаттарын – миһырбанлыҡты, шәфҡәтлелек һәм рәхмәтле булыуҙы, рухи сафлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылышты сағылдыра. Халыҡтар араһындағы  татыулыҡ,  төрлө милләт һәм дин вәкилдәре менән   әхлаҡлылыҡты һәм  йәмғиәт рухлылығын тергеҙеүҙәге берлектәге эш республикабыҙҙың лайыҡлы ҡаҙаныштарының береһе булып тора.
Ошо изге байрам көнөндә һәр берегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Байрам мөбәрәк булһын!

Возврат к списку