Ежедневная информация о состоянии проезда по автомобильным дорогам регионального и межмуниципального значения

В каждом километре - история

+7 (347) 262-55-55
 

Архангелдә юлдар торошо нисек?

20.03.2020 СМИ о нас

Бөгөн беҙ Архангель районында нисек итеп боҙлауыҡҡа ҡаршы эш ойошторолоуын күҙәттек. Өфө-Белорет юлында урындағы ДРСУ-һының ҡом һибеүсе КДМ "КамАЗ"ы эшләй ине. Артабан: ⏬

"Башкиравтодор"ҙың Архангель юл төҙөү-ремонт идаралығында 56 кеше эшләй, 42 берәмек техникалары бар. Ойошма 207 саҡрымда республика, 160 саҡрымда ауылдар араһындағы урындағы әһәмиәтле юлдарҙы хеҙмәтләндерә. Былтыр 126 миллион һумға автомобиль юлдарын төҙөү һәм ремонтлау башҡарылған. Йыл башынан алып 1250 квадрат метрҙа һалҡын асфальт алымы менән юл соҡорҙары ремонтланған. 15 апрелдән иһә был эштә эҫе асфальт ҡулланыласаҡ.

Әйткәндәй, 15 июнгә ҡәҙәр республикала юл соҡорҙарын ремонтлау тамамланырға тейеш. Был бурысты үткән аҙнаның "Транспорт сәғәте"ндә БР Башлығы Радий Хәбиров ҡуйҙы.



Возврат к списку